- Ибраһим, ҡана арҡаңды ла ышҡыйым. Әйләнеп ят әле. Бына ҡалай матур булдың ҡырындырғас... — 8 сентября 2026 г. в 15:30:00.966
- Ибраһим, ҡана арҡаңды ла ышҡыйым. Әйләнеп ят әле. Бына ҡалай матур булдың ҡырындырғас. Хәҙер ас күҙеңде, һабынын йыуҙым инде. Асмай күҙен Ибраһим. Рәхәтлектән иҙерәй. Ҡатынының йомшаҡ тауышына иркәләнә, ҡул йылыһын тоя, бармаҡтарын сикәһенән йөрөтөүен һиҙеп мунса ләүкәһендә ята. Ҡатыны сабындырған, йыуындырған, артыҡ эҫе лә түгел. Мунсаға ингәнен иҫерек булғанлыҡтан хәтерләмәй ҙә, үҙенең бысраҡ кейемен сисендергән ҡатынының беләгенә һүгенеп тондорғанын күңеле менән белә. Тос йоҙроғо ҡатынының беләген күгәртеүен дә, уның күҙ йәштәре менән ҡулын ыуалап мунса стенаһына һөйәлеүен дә күрмәй ул. Башында бер уй ҙа юҡ, барыбер иртәнсәк йомшаҡ, йылы урынында уянасаҡ. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-27/urman-anuny-4775759

