Күпме йәшәһәләр ҙә ҡатын ауырға ҡала алмай. Им-томсоларға ла, дауаханаға ла барып ҡарай... — 30 мая 2026 г. в 10:32:52.422
Күпме йәшәһәләр ҙә ҡатын ауырға ҡала алмай. Им-томсоларға ла, дауаханаға ла барып ҡарайҙар, ләкин файҙаһы теймәй. Бер күрәҙәсе әбей: «Юҡҡа өмөтләнеп, ваҡыт уҙғарып йөрөмә, бер улың бар бит инде, ҡыҫҡа ғына ғүмереңде шуны тәрбиәләүгә, кеше итеүгә арна», – тип ҡайтарғас, башҡа бер ергә лә бармаҫ булалар. Әбейҙең «ҡыҫҡа ғына ғүмереңде» тигәнен Йәмилә аңғармайыраҡ ҡалһа ла, ул Әхмәттең күңеленә һеңеп ҡалып, йөрәген өйкәштереп торор була. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-30/ya-myshtar-4704590

