-- Нимәгә шуларға юҡ ваҡытыңды - бар итеп, әрәм итеп ултыраһың инде, һис тә аңламайым м... — 3 июня 2026 г. в 18:36:00.431
-- Нимәгә шуларға юҡ ваҡытыңды - бар итеп, әрәм итеп ултыраһың инде, һис тә аңламайым мин һине, - тип, үпкәләп, әйткәне булыр. - Бөтәһенә ярҙам итергә тырышаһың, кем һинең үҙеңә ярҙам итер? Һин бит үҙең кеше көнлө, - тиер йыш ҡына. Бына шулай тигәнен һис тә оҡшатмай Вилүр. Бына шуға күрә үҙенең эсендә ҡайнаған хис - тойғоларын тышҡа сығарып бармай. -Ҡуйсәле, кәләшкәй, һин төптө дөрөҫ уйламайһың. Миңә барыһына ҡарағанда ла яҡшыраҡ. Кемде шулай ҡулда күтәреп кенә йөрөтәләр - мине! Ана, үҙең беләһең, хатта, юғарыла ултырған етәкселәр ҙә минең ярҙамға мохтаж. Ә башҡаларын әйтә торған да түгел, миңә инәләр икән, тимәк, мин кәрәк уларҙың бөтәһенә лә. Бер ҙә бит юғарыла ултырған хужаларға бармайҙар... Юҡ, уға һис тә аңлатып булмай. Йән киҫәгенең үҙ туҡһаны ғына – туҡһан. Шуға, күп ваҡытта, уға ҡул ғына һелтәп ҡуя ҡатыны. Ул бер ҡасан да уның зарланғанын, шыңшығанын ишетмәҫ. ...Ә бына һуңғы ваҡытта йоҡлағанында ыңғырашҡан саҡтары бик йыш. Бына бөгөн дә, иртәнсәк торғас: -Һин төнө буйына ыңғырашып сыҡтың, һыҙландыңмы әллә? - тип һораны унан, төпкә батып киткән йонсоу күҙҙәренә ҡарап: -Һаташҡанмындыр, - тиеү менән сикләнде ире, ғәҙәтенсә. Уның тура, төҙ, һомғол буйлы саҡтарын һағынып иҫләргә генә ҡалды. Һуңғы осорҙа йонсоп, кәүҙәһе лә йоҡарып, кесерәйеп киткәндәй. Әммә һис ҡасан уның бошоноп, күңелһеҙләнеп ултырғанын күрмәҫһең. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-06-03/b-yge-mer-4709348

