...Оҙаҡ йөрөнөң? Кем менән булдың? Кем ул?!
...Оҙаҡ йөрөнөң? Кем менән булдың? Кем ул?! Бындай аңлашылмаған һүҙҙәрҙе төшөндә түгел, өнөндә ишетер тип уйламаны үҫмер ҡыҙ. Ун алтыһы тулып еләк кенә сағында яуҙы улар. Әйтерһең, был минуттарҙа атаһын алмаштырып ҡуялар. Танырлыҡ түгел. Мәктәптән, дәрестән,урамдағы уйындан һуң бер минут һуңлап ҡайтырға ярамай. Өйҙә дауыл ҡуптара. "Әсәкәйенең, ҡуй Дауыт, әҙәпһеҙләнмә. Матур һөйләш", тейеүҙәре, ҡанын ғына ҡыҙҙыра ине ир кешенең. Бер нимә аңламаған йәш бала илап йоҡлап китә. - Ярай, башҡа улай ҡыланмам. Ғәфү итегеҙ - тип тубыҡланып, күңеле алйып туҡтағас ғына тыныслыҡ килә өйгә. Нимә өсөн ғәфү үтенгәнен аңламай үтте ун алты, ун ете йәшлек саҡтары. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-06-13/a-a-yn-uyla-4718777