Ейансура районы биләмәләрендә бренд саралары бәйгеһе дауам итә. Сираттағыһы бөгөн Яңыба... — 12 июня 2026 г. в 11:53:31.940
Ейансура районы биләмәләрендә бренд саралары бәйгеһе дауам итә. Сираттағыһы бөгөн Яңыбайҙа үтте. Яңыбай биләмәһе эре малдар һаны буйынса районда беренсе урынды биләй. Шуға ла үҙҙәрен танытҡан бренд итеп ҡоротто һайлауҙары осраҡлы түгел. Уларҙың һөт ризыҡтарын яҡын-тирә ауылдарҙа ғына түгел, күрше Ырымбур өлкәһендә бик теләп алалар. Бөгөн дә күргәҙмәгә сыҡҡан бөтә ризыҡ һатылды. Ҡороттан башҡа. Ә бөгөнгө 70 кг самаһы ҡоротто иһә яңыбайҙар МХО-лағы яугирҙәргә киптереп ебәрәсәк. Байрамдан биләмәнең бер ауылы ла ситтә ҡалманы, башҡа биләмәләрҙән дә ҡатнашыусылар булды. Йыр-моңға, файҙалы мәғлүмәткә бай сарала ҡорот ҡайнатыу буйынса оҫталыҡ дәресен дә ҡараныҡ. Ғөмүмән, Яңыбай биләмәһе халҡының егәрле, тырыш булыуына һоҡланып ҡайттыҡ.

