Илназ шифаханала ике ай яңғыҙ ятып ҡайтырға тейеш. Баланы сит ҡулдарға тапшырырға мәжбү... — 19 июня 2026 г. в 16:25:01.424
Илназ шифаханала ике ай яңғыҙ ятып ҡайтырға тейеш. Баланы сит ҡулдарға тапшырырға мәжбүр булыуҙарын Рамаҙан менән ҡатыны Менәүәрә ауыр кисерҙе. Бигерәк йыш ауырый шул кесе улдары, үҙәктәренә үтте дауахана коридорҙарын тапауҙары. Бала ла уколдан, дарыуҙарҙан ныҡ йонсоно. Шифаханала ихлас ҡаршы алдылар. Тейешле ҡағыҙҙарҙы йәһәт кенә тултырҙылар. Илназ артыҡ шөбһәләнмәй. Күрәһең, атаһының уны ошо таныш түгел йортта, сит апайҙар ҡарамағына, ят балалар араһына ҡалдырып китергә ултырыуы башына инеп тә сыҡмай. "Ике айға ғына… Ике айға ғына", – тип тылҡыуҙарын үҙенә ҡағылмаған һымаҡ ҡабул итте, был хәбәр, нисектер, башҡа төрлө хәл ителергә тейеш кеүек ине уға. Нисек инде, атаһы уны әллә ҡайҙа алып килеп, әллә ниндәй кешеләргә биреп китһен! Була торған хәл түгел! – Ярай, улым, санаторий ошо инде… Һин бында ҡалаһың, әйткәйнем бит, ә мин ҡайтам. Шулай… – тине лә атаһы, кәүҙәһен ауыр күтәреп, урынынан торҙо. Үҙе күҙҙәрен ситкә күсерҙе. Ят апай Илназды күтәреп алды. Малай ныҡ аптыраны. Бер атаһына, бер ят апайға текләне. Шунан үҙен күтәргән ҡатынды ике йоҙроҡлап төйә башланы. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-06-19/malay-ar-4725053

