– Әсәй, илама, әтеү Мәҙинә лә илай башлар. – Итәгенән тарттым. Ысыны: үҙемдең дә тамаҡ... — 19 июня 2026 г. в 09:23:08.342
– Әсәй, илама, әтеү Мәҙинә лә илай башлар. – Итәгенән тарттым. Ысыны: үҙемдең дә тамаҡ төбөнә ҡаты төйөр килеп тығылғайны. – Юҡсы, иламайымсы, Ғәлимә апайың усағын болғатҡайны бит, шунда күҙемә төтөн бәрелде… – Әсәй, ҙурайғас, һеҙгә күп итеп перәниктәр алып бирермен, йәме. Сумка тултырып. – Ғәлләм ағайҙың сумкаһынан да ҙурыраҡ. Мәҙинә, һин Зилә менән Динәне һыйларһың, мин Рафиҡ менән Рәсихте. Һабантуйҙа осрағандарҙың барыһын да һыйларбыҙ. – Ярай, шулай итерһегеҙ… – Әсәйем йәш аралаш йылмайҙы. – Теләйһегеҙме, хәҙер үк әпкиләм! – Әсәйем ауыҙын асырға ла өлгөрмәне, тороп йүгерҙем. – Китешләй боролоп ҡысҡырҙым: – Һеҙ китмәй ошонда ғына көтөгөҙ, мин оҙаҡламай килә-ә-ә-әм. Көтөгөҙ! Дыуамалланып йүгереүен йүгерҙем дә, перәниктәрҙе ҡайҙан алырмын һуң? Кеҫәмдә аҡса түгел, төймә әҫәре лә юҡ. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-06-19/to-lo-per-nikt-r-4724735

