Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале Өфөлә меңләгән тамашасыны берләштерәсәк — 25 июня 2026 г. в 15:09:44.241
Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале Өфөлә меңләгән тамашасыны берләштерәсәк 26 июндә Өфөнөң Арт-КВАДРАТ майҙансығында «Мин башҡортса һөйләшәм» башҡорт теле фестивале үтә. Сараның төп ваҡиғаһы — башҡорт музыкаһының төрлө йүнәлештәрен бер сәхнәлә туплаған ҙур open-air концерт буласаҡ. Быйыл фестиваль ҡунаҡтарына этно-музыканан һәм автор башҡарыуынан алып электрон музыкаға, инди-попҡа һәм милли моңдо заманса яңғыраш менән берләштергән эксперименталь проекттарға тиклем бай музыкаль программа тәҡдим итәсәк. Сәхнәлә популяр башҡорт рок-төркөмө «БҮРЕЛӘР», йырсы һәм автор-башҡарыусы Тимур Ямалов, этно-электрон проект YOMAQ, музыкант Артур Ҡәбиров, башҡарыусылар Радик Мусин, Лиана Хәбибуллина, Лилиә Сәғитова, Нәркәс Хәмитова, шулай уҡ электрон музыка менән төрки халыҡтарының традицион моңдарын берләштергән музыкаль продюсер HANQYZY сығыш яһаясаҡ. Фестивалдең махсус ҡунаҡтары ла планлаштырылған. Мәскәүҙән килгән Toolkyn проекты заманса һәм этник музыканы үҙенсәлекле берләштереүе менән билдәле. Санкт-Петербургтан килгән oohmy иһә башҡорт тамырҙарын һәм Петербург эстетикаһын сағылдырған кинематографик инди-поп башҡарыусыһы булараҡ сығыш яһаясаҡ. Музыкаль программаны DJ Ринат Закиров тамамлай. Ул электрон музыка менән милли мотивтарҙы берләштергән махсус сет тәҡдим итәсәк. Фестивалдең айырым биҙәге булып башҡорт сәнғәтенең танылған вәкилдәре ҡатнашыуы тора. Махсус ҡунаҡтар араһында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Руслан Хәбибуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Илшат Мөслимов, Азат Биксурин, Олег Ҡасимов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Артур Ғимаев һәм башҡа мәҙәниәт әһелдәре буласаҡ. «Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале 2019 йылдан алып үткәрелә һәм башҡорт телен заманса ҡала мөхитендә популярлаштырыу буйынса иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһе булып тора. Проект башҡорт теленең заманса музыка, ижад һәм йәштәр мәҙәниәте теле булыуын күрһәтә. Дата: 2026 йылдың 26 июне Ваҡыты: 18:00–23:00 Үткәреү урыны: Арт-КВАДРАТ, Өфө ҡалаһы Инеү ирекле. Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә.

