Һалҡынлыҡты тойоп күнегер өсөн биттәремде ҡулдарымды сайып алдым. Боҙло һыу тәнемде беш... — 3 июля 2026 г. в 15:55:01.118
Һалҡынлыҡты тойоп күнегер өсөн биттәремде ҡулдарымды сайып алдым. Боҙло һыу тәнемде бешерҙе. Ни булһа ла булыр, тәүәкәлләнем, кейемдәремде һалып та тормаҫтан, һыуға төшөп аҙ ғына алға киткәйнем, иреп бөтмәгән йылғаның төбө боҙ икән дә баһа, һеүән ташҡын минең аяҡтарымды салып йығып, юнысҡылай эләктереп алды ла күбекле ҡосағына ҡарманы. Бер ни тиклем ваҡыттан тәнемдең ҡорошоп өшөүен тойҙом, мамыҡлы һырмам һыу һеңдереп, ҡуңыстарына һыу тулған итектәрем таштай ауырға әйләнеп, мине төпкә ҡарай тарта башланы. Бер нисә тапҡыр һыу йотоп сәсәп алдым, әммә нисек тә өҫтә ҡалырға тырышып, ҡоластарымды йәйеп йөҙөп маташам. Йылға мине юғары тиҙлекле ағымының уртаһына төшөрөп алып, аҫҡа ҡарай өҫтөрәне, бындай барыш менән барһа, тағы ла бер аҙҙан ағын ташҡы, ажарланып, ташлы ҡаяларға барып бәреләсәк, ул саҡта ҡотолор юл, арҡаланыр сара ҡалмаясаҡ. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-03/ar-aly-4740244

