- Атай ҡайтты! -эстән бала тауышы сыҡҡанға һиҫкәнеп китте. — 2 июля 2026 г. в 16:08:25.357
- Атай ҡайтты! -эстән бала тауышы сыҡҡанға һиҫкәнеп китте. - Атай түгел, олатай килгән. Һаумыһығыҙ! Һеҙгә кем кәрәк? - тупһанан төшкән ыңғайы бәләкәй балаһын күтәреп алған йәш ҡыҙ итәғәтле генә күренде.Килендер, тип уйлап алды. - Һаумы, килен! Ҡайтып еттем бына. Самат улым эштәме әллә?- Миңнулла ҡарт сумаҙандарын күтәреп өйгә инеп китте. Аптырашынан ни һаулыҡ һорашырға ла онотҡан ҡыҙыҡай: - Һаумыһығыҙ, олатай... Ниндәй Самат?- тип һораны ҡатын аптырап. - Самат ирең булалыр инде, минең улым бит ул. Уртансы улым, - бабай өҫ кейемен һала-һала хәбәрен теҙҙе. - Ҡаршыларға сыҡһамы тип уйлай инем, ул ҡайҙан белһен инде минең бөгөн ҡайтырҙы, ағаһы хәбәр итеп өлгөрмәне бит әле. - Һеҙ ошо йорт хужаһын әйтәһегеҙме ни? Самат ағай өйөн беҙгә һатты бит ул, олатай. -Һатты? Нисек һатты? Ә һин кем атыу?.. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-07-02/aytyu-4738629

