БЕРЕНСЕ ИҪКӘРТЕҮҘӘР, ЙӘКИ ДЕМЕНЦИЯ СИРЕН НИСЕК АСЫҠЛАРҒА? — 2 июля 2026 г. в 06:16:00.456
БЕРЕНСЕ ИҪКӘРТЕҮҘӘР, ЙӘКИ ДЕМЕНЦИЯ СИРЕН НИСЕК АСЫҠЛАРҒА? Һуңғы ваҡыт әсәйегеҙҙең бер үк нимәне ҡабат-ҡабат һорауын абайлайһығыҙмы? Ә һәр саҡ йыйнаҡ күренгән атайығыҙ йә асҡысын юғалта, йә плитәләге сәйҙе һүндерергә онота. Йыш ҡына был ҡылыҡтарҙы беҙ арыуға, иғтибарһыҙлыҡҡа йә иһә насар кәйефкә бәйләйбеҙ. "Ҡалай итәһең, йәштәре бара бит",- тип, үҙебеҙҙе тынысландырабыҙ. Әммә йыш ҡына беҙ "ваҡ-төйәк" тип һанаған был билдәләр артында деменция сиренең башланып тороуын күҙалларға мөмкин. Уларҙы ваҡытында иғтибарлау бик мөһим. https://ejansura.ru/news/auly-y-bayly-y/2026-07-02/berense-i-k-rte-r-y-ki-dementsiya-siren-nisek-asy-lar-a-4738689

