«Сәсрәп китһен донъяһы!» - тип, — 2 июля 2026 г. в 03:57:30.078
«Сәсрәп китһен донъяһы!» - тип, Ҡатын бөгөн йоҡланы. Иртән һыйырын һауманы, Хатта көтөү ҡыуманы. Һөтһөҙ ҡалған ас быҙауҙар Баҡырышты, туланы. Туғыҙҙа торған иренә Ҡайнар сәй ҙә булманы. Ҡыҙҙың сәсе үрелмәне, Йыйылманы йорт-ҡура. Хатта бахыр тауыҡтар ҙа Ас килеш бикле тора. Ахрызаман еткән өйҙә: Киткән кеүек йорт ҡото. Ғүмергә бер тәүге тапҡыр Йоҡо туйҙырған ҡатын. (Гөлнур Ҡыуатова).
409 просмотров

