Бөгөн Абзан ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Фәхретдин улы Хәлитов... — 1 июля 2026 г. в 09:44:07.301
Бөгөн Абзан ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Фәхретдин улы Хәлитов үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ейәнсура районында иҫән ҡалған берҙән-бер һуғыш ветеранының юбилейын яҡташтары тантаналы шарттарҙа, ҡәҙерле ҡунаҡтар һәм туғандары солғанышында Абзан мәҙәниәт йортонда үткәрҙе. Юбилярҙы район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, туғандары, уҡыусылар ихлас күңелдән ҡотлап, иң матур теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ Башкортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың да ҡотлауы килеп етте. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла йөрөгән Рафиҡ Әхмәтшиндың ҡотлау видеоһын ҡарап, тулҡынланмаған кеше булмағандыр. Уға Әхмәтдин олатайҙың юбилейына саҡырыу ҡағыҙын тапшырһалар ҙа, отпускыһы 4 июлдә генә башланыуға бәйле, ул һуңғараҡ килеп ҡотлаясағын белдерҙе. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр артистарҙың сығыштары кисәгә йәм өҫтәне. Иң ҡыуаныслыһы – Әхмәтдин олатайҙың тороп, 100 йәшлек юбилейын үткәреүселәргә ҙур рәхмәт белдереүе булғандыр. Иҫәнлектә-һаулыҡта, балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын Һеҙгә, хөрмәтле ветераныбыҙ! Саранан күбрәк фотолар: 👉👉https://ejansura.ru/news/pobeda-80/2026-07-01/veteran-hm-tdin-h-litov-y-y-shlek-yubileyyn-bild-l-ne-4738185

