Кәләше иһә йылғыр булып сыҡты, көтмәгәндә хәбәрһеҙ-ниһеҙ Н. ҡалаһына килеп төштө бит! З... — 11 июля 2026 г. в 15:40:00.877
Кәләше иһә йылғыр булып сыҡты, көтмәгәндә хәбәрһеҙ-ниһеҙ Н. ҡалаһына килеп төштө бит! Зарифтың күҙе дүрт булды. – Нимәгә килдең? Нимә ҡалған һиңә бында? – тип аптыранды ул әхирәте менән уны эҙләп тапҡан ҡатынына ҡарап. – Кәрәк булғанға! – тине кәләше. – Әллә күпмегә сығып киттең! Ҡасан ҡайтаһың, ҡайта алаһыңмы, ятып ҡалаһыңмы – кем белә! Беҙ белештек, МХО-ныҡыларҙы бер тотҡарлыҡһыҙ ЗАГС-ҡа ҡуялар икән. Сәғәт 4-тә беҙ ЗАГС-та булырға тейеш! Һөйләшелгән, килешелгән! Командирыңдан һора ла киттек! – Нимәгә ул һиңә? Яңы килеп ир кәрәк булдымы? Әллә фамилия үҙгәрткең килдеме? – Зариф көлөп кенә ҡуйҙы. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-11/geroy-ar-va-yty-4748366

