Бына Гәрәй, баянын күтәреп, сәхнә уртаһына сығып баҫты. Сәүиәнең күҙҙәре уға ҡаҙалған. ... — 17 июля 2026 г. в 12:00:04.123
Бына Гәрәй, баянын күтәреп, сәхнә уртаһына сығып баҫты. Сәүиәнең күҙҙәре уға ҡаҙалған. Хәленән килһә, ул тулҡын-тулҡын ҡара сәсле, яңаҡтары сығынҡы ҡуңыр битле, киң яурынлы ошо буйсан егетте тыны менән янына тартып алыр кеүек күренә ине. Гүйә, ул клубты шығырым тултырған халыҡты бөтөнләй онотҡан; гүйә, донъяла Гәрәй исемле ошо егет тә үҙе генә! https://ejansura.ru/news/hikaya/2025-09-30/hush-auylym-hik-y-4408455
454 просмотров

