Оҫтабикәләр тәҡдим итә: "Баллы торт" 🐝 — 25 июля 2026 г. в 05:43:55.560
Оҫтабикәләр тәҡдим итә: "Баллы торт" 🐝 🌺2 йомортҡа, 60 гр аҡ май, 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы бал һалып шул массаны һыу парында ҡайнатабыҙ (водяная баня). 🌺 Ингредиенттар яҡшы итеп болғатыла башлағас, 1 сәй ҡалағы сода өҫтәйбеҙ. Масса күбекләнә башлағас, уттан алабыҙ һәм әкренләп 4 стакан он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы 6-8 киҫәккә бүләбеҙ. Һәр береһен йоҡа итеп йәйәбеҙ һәм 200° духовкала 4-5 минут бешерәбеҙ. Крем өсөн 1 банка сгущенка һәм 300 гр аҡ май тотонабыҙ. Һәр коржты крем менән майлыйбыҙ һәм тортты йыябыҙ. (Рецепт авторы Ландыш Шәрифуллина)

