Ҡыярҙар ҡартайышып бөттөмө? — 8 сентября 2026 г. в 12:30:01.769
Ҡыярҙар ҡартайышып бөттөмө? Әрәм итмәйбеҙ, малға ла ырғытмайбыҙ, ә тәмле генә ҡабымлыҡ әҙерләйбеҙ! Был ҡабымлыҡҡа ныҡ ҡартайған һары ҡыярҙар ҙа бара. Шулай итеп, 2 кг ҡыярҙы йыуабыҙ, тышын әрсейбеҙ һәм турап бешерергә ҡуябыҙ. Ҡыяр йомшарып, һуты ҡыярҙы ҡаплағансы бешергәс, уттан алабыҙ ҙа блендер менән иҙәбеҙ. 300 гр томат пастаһы (мясорубканан үткәрелгән помидорҙар ҙа ярай), берәр стакан шыйыҡ май, шәкәр, 1,5-2 аш ҡ.тоҙ, 1 сәй ҡ. төйөлгән әсе борос ( күберәк булһа ла ҡурҡыныс түгел) һалабыҙ ҙа тағы ла болғай-болғай 15-20 мин бешерәбеҙ. Болғап торорға, сөнки ҡабымлыҡ сәсрәй башлай. Әҙер булыуға 5 мин ҡалғас, 100 гр ҡырылған һарымһаҡ, 1 сәй ҡ. уксус эссенцияһы һалабыҙ. Стерилләнгән банкаларға һабып ябабыҙ, төнгөлөккә одеял аҫтында ҡалдырабыҙ. Бик тәмле ҡабымлыҡ килеп сыға! Мин 4,5 кг -дан эшләнем, биш 700 гр, өс 500 гр-лыҡ банкалыҡ, тағы ла һауытта килеп сыҡты.

