⚡️Байрам менән, хөрмәтле коллегалар! — 8 сентября 2026 г. в 04:18:00.617
⚡️Байрам менән, хөрмәтле коллегалар! 🤝Бөгөн Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө билдәләнә. ✅Байрам 1958 йылда Бухареста Халыҡ-ара журналистар ойошмаһы конгресында булдырылған. ❗️Теләктәшлек көнөн үткәреү датаһы осраҡлы ғына билдәләнмәгән. Тап ошо көндә, 1943 йылда, Берлинда Чехословакия журналисы, фашистарға ҡаршы көрәшеүсе яҙыусы ЮЛИУС ФУЧИК язаға тарттырыла. Төрмәлә лә үҙенең һөнәрен ҡалдырмай, «Муйында элмәкле килеш репортаж» («Репортаж с петлей на шее») тигән китабын яҙып өлгөрә, уның өсөн һәләк булғандан һуң ул Халыҡ-ара Тыныслыҡ премияһына лайыҡ була.

