*КӨЛӘМӘС* : 😂 — 4 июня 2026 г. в 12:45:29.344
*КӨЛӘМӘС* : 😂 Таң тишегенән ярһыған аталары улдарына аҡыра, ти: - Ниндәйҙер тауыҡ беҙҙең һыйырҙы урлаған 🤣!!! Өлкән улы: - Тауыҡ булғас, тимәк тәпәш буйлы. Уртансы улы: - Тәпәш буйлы булғас, күрше ауылдан. Кесе улы: - Күрше ауылдан булғас, ул – Вәкил! 💯😁 Киткәндәр, ти, былар күрше ауылға... Вәкилде тотоп дөмбәҫләй башлағандар, ә ул урламаным, ти, икән 😂. Тағын тотоп дөмбәҫләгәндәр. Барыбер ғәйебен танымаған... Шунан былар Вәкилде алғандар ҙа судьяға киткәндәр, ти. Аталары судьяға: - Иртән тороп тышҡа сыҡһам, бер тауыҡ һыйырымды урлаған. Шунан өлкән улым “ул тауыҡ булғас, тимәк тәпәш буйлы” тине. Уртансым: “тәпәш буйлы булғас, күрше ауылдан” – тип әйтте, ә кесем “күрше ауылдан булғас, ул – Вәкил” тип өҫтәне. Беҙ Вәкилде тоттоҡ та дөмбәҫләнек, ә ул һыйырҙы һаман ҡайтармай 😂. Судья: - Мдә, егеттәр, һеҙҙең логика хәтәр әлбиттә, әммә улай булмай ҙа инде... Һеҙҙең дәлилдәрегеҙ бер нимәгә лә нигеҙләнмәгән. Бына һеҙҙеңсә ошо ҡумтала нимә ята? – тип өҫтәлдә ултырған йоҙороҡ саҡлы ҡумтаға күрһәтә. Тегеләрҙең атаһы: - Ҡумта шаҡмаҡ. Өлкән улы: - Шаҡмаҡ булғас, уның эсендә түңәрәк нәмә. Уртансы улы: - Түңәрәк булғас, тимәк һары. Кесе улы: - Һары булғас, был – әфлисун! 😂 Судья ипләп кенә ҡумтаны асып ҡарай ҙа: - Мдә, Вәкил, һыйырҙы ҡайтар хужаларына... 🤣🤣🤣

