-Атай, туй һынлы туйға быйма кейеп бармайһың инде! Бынамын тигән ботинкаң барҙа! Былай ... — 31 мая 2026 г. в 08:55:01.565
-Атай, туй һынлы туйға быйма кейеп бармайһың инде! Бынамын тигән ботинкаң барҙа! Былай ҙа бейегәндә итек кейгән булһаң да быйма тауышы килә, – тип көлә-көлә туй мәжлесенә йыйынған атаһы менән әсәһенә кейем һайлашты Рәшиҙә. -Ҡуй, тышта һыуыҡ бит, аяғым өшөр. Инеп-сығып йөрөгәндә ҡапыл кейеүгә уңайлы булыр быйма,- тип атаһы ҡырталашһа ла, ул көсләп ҡәҙерлеһенә ҡалын табанлы, ҡап-ҡара, ауыр, лакауай ботинкаһын кейергә күндерҙе. Их, белһә ине ҡыҙ шул ваҡытта тап ошо ботинкалар уның бер ғазапһыҙ тормошон аҫтын-өҫкә әйләндерәсәген. Ул ваҡытта атаһының аяғына быймаларын йүгертеп алып килеп кейҙерер ине лә бит... Их, терһәкте тешләп булмай шул! https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-06-09/ya-ylysh-a-ym-4270643

