Афарин! — 5 июня 2026 г. в 10:53:59.455
Афарин! Балалар китапханаһы мөдире Гөлсиә Хафиз ҡыҙы Илтенбаева ла Ейәнсура таңдары" гәзите редакцияһы иғлан иткән "Изге подписка" акцияһына ҡушылып, хаҡлы ялдағы ветеран Фәсҡиә Аҙнағоловаға ярты йылға подписка бүләк итте! Дуҫтар! Һеҙ ҙә "Ейәнсура таңдары"на яҙылырға теләктәре булып та, мөмкинлектәре булмағандарға гәзит уҡыу бәхетен бүләк итә алаһығыҙ! Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ! 11 июнгә тиклем генә барасаҡ ташламалы хаҡ менән яҙылыу мөмкинлеген дә ҡулдан ысҡындырып ебәрмәгеҙ!

