#2Иткуловская_сельская_библиотека — 8 июня 2026 г. в 17:38:39.165
#2Иткуловская_сельская_библиотека #Проектауылымшәхестәре Бөгөн 8 июнь Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, билдәле тарихсы Дәүләтбай Сөләймән улы Ибраһимовҡа 85 йәш тулған булыр ине. Тыуған еренең, иленең улы булып йәшәгән, тормош мәғәнәһен хеҙмәттә күргән,ғаиләһенә өлгөлө атай, тоғро, хәстәрлекле ир,ауылының ғорурлығы булған Дәүләтбай Сөләймән улы тураһында хәтирәләр беҙҙең күңелдә мәңге һаҡланыр.Бындай шәхестәрҙең ерҙә намыҫлы эше, яҡты йөҙө,ауылдаштарына изгелеге , игелеге, балаларына тоғро һүҙе ҡала. (1941-2004) 1941 йылдың 8 июнендә Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. БАССР Мәҙәниәт министрлығының, ВЛКСМ Өлкә Комитетының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Хеҙмәт ветераны. Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте ағзаһы. Сибай педагогияһы училищеһын (1967), Башҡорт дәүләт университетын (1980) тамамлай. 1956 йылдан башлап Сибай төҙөлөш-монтаж берекмәһендә эшсе, бер-нисә йылдан һуң Икенсе Этҡол сельпоһында ағас ҡырҡыусы, Икенсе Этҡол мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләй. Педагогия училищеһын тамамлағандан һуң уҡытыусы, 1986 йылдан алып шул уҡ мәктәптә кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы вазифаһын башҡара. 1968-1970 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетында ойоштороу бүлеге инструкторы була. 1967- 2003 йылдарҙа “Урал” колхозының үҙешмәкәр түңәрәк етәксеһе булып йөрөй. “Алдар батырҙың ҡаһарманлығына 300 йыл” конкурсында дипломант исеменә лайыҡ була. Тыуған яҡҡа арналған күп кенә яҙмалар, очерктар авторы, ул Алдар батыр шәжәрәһе тураһында мәҡәләләр яҙа, улар республика матбуғатында баҫыла. Дәүләтбай Сөләймән улы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған (2011).

