⛈Башҡортостанда көслө ямғырҙар һәм боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. — 8 июня 2026 г. в 15:10:23.763
⛈Башҡортостанда көслө ямғырҙар һәм боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, иртәгә, 9 июндә, республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы, көньяҡ-көнсығышта көслө ямғыр яуыуы ихтимал. Айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Һауа температураһы төндә +8,+13°, көндөҙ +20,+25°. Төндә һәм иртән автомобиль юлдарында томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

