15 октябрҙә Күсей ауылы мәктәбендә күренекле педагог, ғалим, легендар «Әлифба» китабыны...
15 октябрҙә Күсей ауылы мәктәбендә күренекле педагог, ғалим, легендар «Әлифба» китабының авторы Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған методик осрашыу үтте. А.Ә. Ғәлләмовтың методикаһы туған телгә һаҡсыл ҡараш һәм ике телдә уҡытыу үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ҡоролған. Уның күренекле, бөйөк эштәренең береһе — «Әлифба» китабы 46 тапҡыр яңынан нәшер ителә һәм Лейпцигта Халыҡ — ара китап йәрминкәһендә танылыу ала. Абдрахман Әбдрәхим улының исемен мәңгеләштереп тыуған ауылы Күсейҙә уның исеме менән урам һәм мәктәп музейы аталған. Бөгөнгө көндә беҙ хаҡлы рәүештә күренекле яҡташыбыҙ менән, уның мәғариф өлкәһендәге мираҫы менән ғорурланабыҙ. Методик осрашыу - бөйөк яҡташыбыҙҙың Ватаныбыҙға, кешеләргә хеҙмәт итеүен, үҙ һөнәренә тоғро ҡалыуын оло ихтирам менән иҫкә төшөрөү мөмкинлеге булды.