"Бөгөн ауылыбыҙ клубында ҙур сара - "Түңгәүер ҡыҙы" йыйыны үтте. Йылайыр районынан Ҡашҡ... — 5 июня 2026 г. в 17:28:29.962
"Бөгөн ауылыбыҙ клубында ҙур сара - "Түңгәүер ҡыҙы" йыйыны үтте. Йылайыр районынан Ҡашҡар,Юлдыбай,Ҡәнзәфәр,Хәйбулланан Уфимка һәм күрше Әбделкәрим ауылынан ырыуҙаштар йыйылды. Йолабыҙҙы дауам итеп тәжрибә уртаҡлашып,үҙ ерлегебеҙҙәге түңгәүер ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының таланттарын барланыҡ. "Фатиха", " Дарман", "Талҡы килендәре" ансамблдәре башҡарыуындағы йыр һәм бейеүҙәр сараға йәм өҫтәне.Ләлә Шаһимарҙан ҡыҙы үҙенең етмештән ашыу дарыу үләндәренән, Бөрйәнйылға ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәренән матур күргәҙмә ойошторҙо. Киләһе йыйын Хәйбуллала үтәсәк", - тип хәбәр итте ишбирҙеләр.

