Бөгөн башҡорт халҡының милли батыры, азатлыҡ өсөн көрәш символы булған Салауат Юлаевтың... — 16 июня 2026 г. в 10:04:01.204
Бөгөн башҡорт халҡының милли батыры, азатлыҡ өсөн көрәш символы булған Салауат Юлаевтың тыуған көнө! Салауат Юлаев исеме батырлыҡ, намыҫ, илһөйәрлек һәм рух ныҡлығы менән бәйле. Уның тормош юлы һәм ижады быуындарҙы илһөйәрлеккә, үҙ халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен хөрмәт итергә өндәй. Бөйөк шәхестең яҡты иҫтәлеге күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланһын. Салауат рухы халҡыбыҙға көс-дәрт, берҙәмлек һәм илһам бирһен!

