Бөгөн Ишбирҙе ауыл биләмәһе хакимиәте активы ултырышы үтте. Ултырыштың көн тәртибендә 2... — 15 июня 2026 г. в 09:42:33.134
Бөгөн Ишбирҙе ауыл биләмәһе хакимиәте активы ултырышы үтте. Ултырыштың көн тәртибендә 2 һорау ҡаралды: 1. Районда иғлан ителгән "Иң төҙөк ауыл" конкурсында ҡатнашыу. 2. ППМИ барышы. Беренсе һорау буйынса хакимиәт башлығы Динар Радик улы Иҙелбаев сығыш яһап, конкурстың положениеһы менән таныштырҙы, активтың фекерен тыңланы.Ҡоролтай башлығы Сәлим Мөхтәр улы Иҫәндәүләтов был тәңгәлдә байтаҡ эштәр эшләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, ҡатнашырға, тигән тәҡдим менән сығыш яһаны.Актив бер тауыштан "Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы" конкурсын күтәреп алды. Әйтергә кәрәк, Баймаҡ районы башҡорттарының был проекттарынан быйыл Бөрйәнйылға ауылы ла ситтә ҡалмаясаҡ.

