Ҡәҙерле дуҫтар, милләттәштәр!Минең яҡын дуҫым, курсташым, коллегам - барыбыҙҙың да ярат... — 20 августа 2026 г. в 15:53:29.276
Ҡәҙерле дуҫтар, милләттәштәр!Минең яҡын дуҫым, курсташым, коллегам - барыбыҙҙың да яратҡан йырсыбыҙ, билдәле музыкант- мультиинструменталист, танылған халыҡ ҡурайсыһы, фольклорсы, композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин бөгөн беҙҙең ярҙамға мохтаж. Белеүегеҙсә, Рәмил Парижович инсульт һәм бер нисә ҡатмарлы операция кисерҙе. Диагнозы - һул яҡлы гемепорез, һул аяҡ-ҡулдарҙың өлөшләтә параличы. Реабилитацияның маҡсаты - хәрәкәт функцияларын тергеҙеү, ҡабаттан инсультты иҫкәртеү. Табиптар, ғаиләһенең тырышлығы менән уның хәле бөгөнгө көндә тотороҡло, әммә оҙайлы һәм етди реабилитация үтеү талап ителә. Рәмил Туйсин - үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ тауыш тембры менән халыҡ артисы ғына түгел, ул беҙҙең яҡтың үҙенсәлекле музыкаль мәҙәниәтен йыйған, өйрәнгән һәм халыҡҡа кире ҡайтарған энтузиаст. Халыҡ йырҙарын башҡарғанда ул һәр ваҡыт гармунда, баянда, ҡурайҙа йәки фортепианола үҙенә-үҙе аккомпаниаторлыҡ итә, тыңлаусыларына тәрән эмоциональ кисерештәр һәм патриотик хистәр тыуҙыра. Хәҙер Рәмил Париж улына тулы тормошҡа аяҡ баҫыу һәм ижады менән беҙҙе шатландырыу өсөн ярҙамыбыҙ кәрәк. Ҡәҙерле дуҫтар! Талантлы уҙаманға яҡшы махсус клиникаларҙа, ваҡытты кисектермәйенсә, бер нисә курс сифатлы реабилитация талап ителә. Әлеге мәлдә ниндәй булһа ла ярҙам бик тә мөһим, мәлендә хәстәрлек күреп ҡалырға кәрәк! Яратҡан йырсыбыҙға бергәләп аяҡҡа баҫырға ярҙам итәйек! Финанс ярҙамы өсөн Рәмил Туйсиндың ҡатынының телефоны номерын яҙабыҙ +79279676861, Нурия Нуримановна, Сбербанк. Алдан уҡ был мәсьәләгә битараф булмаған ватандаштарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ! Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе үҙенең фатихаһы менән бүләкләһен! Ильяс Сафин. Әйткәндәй, ҡәҙерле яҡташтар, Рәмил Париж улын беҙ Баймаҡ еренең ысын патриоты, тыуған төйәгебеҙҙең тарихын, халҡыбыҙ мәҙәниәтен, фольклорын, йыр-моңдарын өйрәнеүгә һәм әлеге быуынға еткереүгә күп көс һалған аҫыл ир уҙаманы булараҡ беләбеҙ.Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы проекттарын тормошҡа ашырыуға, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереүгә лә ул күп көс һалды һәм һала. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле.Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, был етди мәсьәләлә битараф булмайыҡ, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итеп ебәрәйек!

