Һаумы, көҙ! — 2 сентября 2026 г. в 09:44:56.311
Һаумы, көҙ! Көҙҙәремә инәм, көҙҙәремә! Көҙҙәр күргән кеше - бәхетле: Инселәгән күктәр мең шөкөрлө Көҙгө бәхет тигән тәхетте. Көҙҙәремә инәм япраҡ кисеп, Япраҡ диңгеҙҙәре ял ғына... Еле еләҫ, ҡояшы ла наҙлы, Ҡолас ташлап йөҙөп бар ғына. Көҙҙәремә инәм баҡса буйлап, Сәскән баҡсаларым биҙәктә- Сәскәһе лә уңған, емеше лә Үҙеңдеке тәмле бигерәк тә! Йөҙҙәремә күсә яҡтылығы, Балҡыр өсөн миңә көҙ кәрәк! Көҙҙәремдә йәшлек дауам итә, Көҙҙәрҙә мин һаман елбәҙәк! Һыҡранмайса инәм көҙҙәремә, Өмөтөм ҙур көләс көҙҙәргә, Көҙҙәремдә яндарымда булыр Һөйөү, бәхет тулы күҙҙәргә. Көҙҙәремә инәм, көҙҙәремә! Көҙ яратам! Мин бит көҙ ҡыҙы... Оҙатып бара мине көҙҙәремдә Өс балаһы үҫкән пар аҡҡоштоң Һағыштарҙан азат көҙ йыры. Миләүшә Ҡыҙрасова.

