Көҙҙөң тәүге көнө, 1 сентябрь, мәктәп алды ҡыуаныслы тауыштар менән тула. — 2 сентября 2026 г. в 09:34:26.561
Көҙҙөң тәүге көнө, 1 сентябрь, мәктәп алды ҡыуаныслы тауыштар менән тула. Басай башланғыс мәктәбенә быйыл 7 уҡыусы уҡырға килде. Уларҙың икәүһе беренсе класҡа бара. Шуныһы ҡыуаныслы мәктәпкәсә йәштәге балалар группаһы ла эшләйәсәк. Мәктәп коллективына, уҡыусыларға уңыштар теләйбеҙ. Балалар һау-сәләмәт булһындар, уларҙың шатлыҡлы тауыштары тынмаһын.
170 просмотров

