Дәүләт Думаһында йорт хайуандарын һәм ҡоштарҙы «паспортлаштырыу» ваҡытын күсерергә хәл ... — 1 сентября 2026 г. в 18:47:11.190
Дәүләт Думаһында йорт хайуандарын һәм ҡоштарҙы «паспортлаштырыу» ваҡытын күсерергә хәл ителде Дәүләт Думаһы хөкүмәткә хайуандарҙы иҫәпкә алыу ҡағиҙәләре тураһында үҙ ҡарарына, уларҙың төрҙәре исемлегенә, шулай уҡ бының өсөн сроктарға төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте. Парламенттың түбәнге палатаһы рәйесе Вячеслав Володин әйтеүенсә, уларға был норматив-хоҡуҡи актты тормошҡа ашырыу буйынса халыҡтан күп мөрәжәғәттәр килә. Шуға күрә депутаттар уның ҡайһы бер положениеларын төҙәтергә йәки юҡҡа сығарырға тәҡдим иткән. «Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырырға, ә контроль һәм санитария именлеге өсөн көрәш эгидаһы аҫтында ауыл халҡы, депутаттар, эксперттар менән алдан дөрөҫ фекер алышырға кәрәк булған ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Шунан һуң ошондай ҡарарҙар кәрәкме-юҡмы икәнен ҡарарға», - тип иҫәпләй Дәүләт Думаһы спикеры. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдан алып илдә мал-тыуарҙы һәм ҡош-ҡортто этаплап тамғалау эше алып барыла. Башта эре мөгөҙлө малдар, аттар һәм сусҡалар, 2025 йылдың 1 сентябренән ҡуяндар, бал ҡорттары, ҡиммәтле тиреле йәнлектәр «паспортлаштырылды». Хәҙер ҡоштарға сират етте. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, 1 сентябргә тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ, күркә, бүҙәнә, мысыр тауығы һәм дөйәғоштарҙы тамғаларға кәрәк (10-дан ашыу ҡош-ҡорт булһа). Шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа аҫралған дөйәләр һәм боландар иҫәбе алып барыла.

