Мәүлит айы - мосолмандар өсөн Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуыуына арналған мөһим һәм хөрмәтл... — 5 сентября 2026 г. в 20:30:07.302
Мәүлит айы - мосолмандар өсөн Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуыуына арналған мөһим һәм хөрмәтле ай. Мерәҫ ауылындағы мәсеттә лә Мөхәммәт ( с. ғ. с) пәйғәмбәрҙе иҫкә алып, "Аҡминде" округы ҡатын-ҡыҙҙары күркәм сара ойошторҙо. Мөслимә Зәкирә Нәҙербаева пәйғәмбәрҙең тормошо тураһында вәғәз һөйләгәс, йыйылыусылар салауаттар әйтте. Йәнле һөйләшеү сәй табыны артында, Гөлфиә һәм Иршат Яҡшығоловтарҙың ҡорбан итенән ауыҙ итеп, дауам итте.

