Перейти к содержимому
Максиметер

🏠 Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡасан башлана?

🏠 Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡасан башлана? Октябрь башынан республикала көндәрҙең һиҙелерлек һыуытыуы көтөлә. Шуға күрә Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы социаль объекттарға — 1 октябрҙән, күп фатирлы йорттарға 6 октябрҙән йылылыҡ бирә башларға тәҡдим итте. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә министр Ирина Голованова хәбәр итте. ❄️ Яҡынса фараздарға ярашлы, алдағы ҡыш элеккеләренә ҡарағанда һалҡыныраҡ булыуы көтөлә. Республика Башлығы Радий Хәбиров хәүефһеҙлекте тәьмин итеү йәһәтенән дә ҡыштың ҡатмарлыраҡ буласағын билдәләне. ♨️ Ә ҡайһы бер райондарҙа йылылыҡ бирелә лә башлаған. Балаҡатай, Краснокама, Мәсетле, Тәтешле, Салауат, Ҡариҙел һәм Саҡмағош райондарында йәмғеһе 59 социаль объект йылытыуға тоташтырылған.

229 просмотров

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.