Ҡәҙерле дуҫтар! 2 октябрь Сибайҙа "Беҙ дуҫтар ташламайбыҙ" исемле концерт буласаҡ. Конц...
Ҡәҙерле дуҫтар! 2 октябрь Сибайҙа "Беҙ дуҫтар ташламайбыҙ" исемле концерт буласаҡ. Концерттан төшкән килем яратҡан йырсыбыҙ, йыр-моң тип йәнен атҡан, талантлы йырсы, ҡурайсы, композитор Рәмил Туйсиндың реабилитация курстарын үтеүгә ярҙам буласаҡ. Сауаплы эштән беҙ ҙә ситтә ҡалмайыҡ. Барайыҡ, матур тамаша күрәйек, ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Билеттар - Сибай концерт-театр берекмәһендә.