Урғаҙа һәм Түбәнге Иҙрис ауылдары мәҙәниәт йорттарында шөғөлләнеүсе бейеү коллективтары...
Урғаҙа һәм Түбәнге Иҙрис ауылдары мәҙәниәт йорттарында шөғөлләнеүсе бейеү коллективтары "Байыҡ" республика телевизион бәйгеһенең 2-се турында ҡатнашып ҡайтты. Урғаҙа һылыуҙары жюри иғтибарына "Ураҡта" бейеүен тәҡдим итһә, Иҙристәр "Ғәбит сәсән йортонда" постановкаһы менән сығыш яһаны. Ике коллектив та финалға үтте! Бейеүҙәр һалдырып, костюмдар юллап, йүгереп йөрөүсе ансамблдәрҙең тынғыһыҙ етәкселәрен һәм әүҙем, тырыш ҡатнашыусыларын ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ һәм алда ҙур еңеүҙәр көтөүен теләп ҡалабыҙ!