Өфө янындағы II Ноғай ҡаласығы биләмәһендә археологтар тимер быуат осорона ҡараған яңғы...
Өфө янындағы II Ноғай ҡаласығы биләмәһендә археологтар тимер быуат осорона ҡараған яңғыҙаҡ ҡатын-ҡыҙ ерләнгән ҡәберлекте тапҡан. Уға ике мең йылдан ашыу ваҡыт тиелә. Ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса ғилми үҙәге менән берлектә ҡаҙыныу эштәрен алып барыусылар бындай табыштарҙың Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн ифрат һирәк булыуын билдәләй. Ваҡыт тупраҡта ҡалған мәйет ҡалдыҡтарын — йәшен һәм үлем сәбәбен билдәләрлек итеп — һаҡламаған. Шулай ҙа ерләү кәрәк-яраҡтары: балсыҡ көршәк, бронза тәңкәләр һәм айылдар, алтын ҡурғашҡа уралған ике бронза сымдан яһалған алҡа, ағас нигеҙле булғандыр тип фараз ителгән бронза көҙгө фрагменттары, шулай уҡ йәнлек стилендәге бронза билбауы айылы табылған.