Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Солнечный" сауҙа үҙәгендәге көслө янғында өс бер туған апалы-һең...
Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Солнечный" сауҙа үҙәгендәге көслө янғында өс бер туған апалы-һеңлеле ҡыҙҙар һәләк булған Ҡыҙҙар әсәләренең тыуған көнөнә бүләк һайлау өсөн сауҙа үҙәгендә осрашырға килешкән — тыуған көнгә бер нисә көн ҡалған булған. Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, уларҙы апалы-һеңлеләрҙең береһенең ире алып килгән. Ир кеше хәҙер ҡаты шок хәлендә, уның менән табиптар эшләй. Бер туған өс ҡыҙҙың янғын сыҡҡан «Солнечный» сауҙа үҙәгендә бәләкәй генә ғаилә ательеһы булған. Ҡыҙҙар кейем тегеү менән шөғөлләнгән.