Темәс ауыл биләмәһенең Әмин ауылында урынлашҡан 1038-се һайлау участкаһында (рәйесе - Ә...
Темәс ауыл биләмәһенең Әмин ауылында урынлашҡан 1038-се һайлау участкаһында (рәйесе - Әүәлбаев Марат Юлай улы) һайлау ойошҡанлы үтте.240 һайлаусының 90 проценты һайлау участкаһына килеп, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне. Һайлау көндәрендә ауыл таланттарының көсө менән ҙур концерт, сәй табыны ойошторолдо, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә гуманитар ылау әҙерләнде.Ғөмүмән, бик тә ойошҡанлы үтте был мөһим кампания, һәм унан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.