Владикавказдан жюриҙың махсус призы!
Владикавказдан жюриҙың махсус призы! Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Ҡалдырмағыҙ беҙҙе» тулы метражлы нәфис фильмы «Бәләкәй принц» халыҡ-ара кинофестивалендә махсус приз менән билдәләнде! Фестиваль Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһында 26 сентябрҙән 2 октябргә тиклем үтте. Киң прокатҡа сыҡҡансы фильм икенсе тапҡыр халыҡ-ара конкурста ҡатнашты. Вилүрә Иҫәндәүләтова — билдәле документалист, Башҡортостан киностудияһының баш режиссеры, ике тиҫтәнән ашыу фильм авторы. «Ҡалдырмағыҙ беҙҙе» - тәүге тулы метражлы уйын фильмы, Айгиз Баймөхәмәтовтың автобиографик әҫәрҙәре нигеҙендә төшөрөлгән. Үҙәктәге етемлек, өмөт, миһырбанлыҡ темалары төрлө быуын тамашасыларына ла яҡын. Яҡташыбыҙҙы ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ!