#Изгелек
#Изгелек Рәхмәт һүҙе Билал ағинәйҙәре менән ошо көнгә тиклем ауыл китапханаһының бер бүлмәһендә төрлө сараларҙы бергәләп үткәреп йөрөнөк. Күптән түгел улар клубтың икенсе этажындағы бүлмәне - Азамат Ғәбитов, Тимербулат Ғайсин, Радмир Булатов, Радик Ҡарағолов ярҙамы менән ағинәйҙәр бүлмәһе, икенсеһен МХО яугирҙәренә сетка үреү, посылкалар әҙерләү бүлмәһе итеп эшләп алдылар. Ағинәйҙәр үҙ-ара аҡса йыйып, буяу эштәрен башҡарҙы, матурланы. Артабан улар район хакимиәтенә барып газ үткәреүгә рөхсәт алды. Ярҙам ҡулы һуҙған район мәҙәниәт бүлеге етәкселәренә, район хакимиәтенә ҙур рәхмәт. Эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Газ торбаһы үткәреп биргән ир-егеттәр - Васил Ғайсин менән Йәмил Иғдисамов нисәмә көн клубтан ҡайтмай эшләне һәм шәмбе көнө газ яғып йылытыла торған ҡаҙанлыҡҡа йылытыу торбаларын тоташтырҙы. Улар эшләгән өсөн хаҡ та һорамай, ниндәйҙер маҡтау һүҙҙәре лә көтмәй. "Эшләгән эшемә хаҡ алмайым, ағинәйҙәр-волонтерҙар, ауылдаштар МХО яугирҙәренә сетканы йылы бүлмәлә үрһен, Сәғилә еңгәй ошо клубта эшләп йөрөй, Райхана апай, һинең менән нисәмә йылдар бергәләп бер өлкәлә эшләнек, минән әҙ булһа ла ярҙам булһын, сауаптарын насип итһен!", - ти Васил. Ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Әхмәҙина: "Ярҙам иткән район етәкселегенә, ремонт эшләшкән ир-егеттәргә, ағинәйҙәргә ҙур рәхмәт. Васил менән Йәмилгә айырыуса рәхмәтлебеҙ. "Шунда бүлмә эшләп алығыҙ, йылытыуҙы үҙем буш эшләп бирәм",- тигәйне Васил һәм һүҙендә торҙо. Афарин, эшендә, ғаиләһендә тик уңыштар теләйбеҙ! Әле был бүлмәләрҙә эштәр дауам итә. Эшләнәһе эштәр күп әле". Ағинәй, волонтерҙарға эштәрендә уңыштар насип булһын. Район хакимиәте башлығы вәғәзә иткән сетка үреүгә спанбодтар килде, сеткалар ҙа булһа, яңынан эш башланасаҡ. Тик был бүлмәләр МХО яугирҙәренә сеткалар үреү бүлмәһе булып ҡалмаһын, тиҙерәк һуғыштар бөтһөн, донъялар тынысланһын, бар теләгебеҙ шул. Райхана Булатова.