Һəр миҙгелдең үҙ матурлығы булған кеүек,кеше ғүмеренеңдə һəр миҙгеле үҙенсə матур.
Һəр миҙгелдең үҙ матурлығы булған кеүек,кеше ғүмеренеңдə һəр миҙгеле үҙенсə матур. Буранбай ауылы китапханаһында"Бəхетле килһен ғүмер көҙө " исемле сара үтте. Һайлаған һөнəрҙəренə тоғро ҡалып ғүмерҙəрен балаларға белем һəм тəрбиə биргəн хөрмəтле ветеран уҡытыусылар:Раева Нəзилə Ҡəһəрмəн ҡыҙы,Һағынбаева Фəридə Əширəф ҡыҙы,Ғəйетбаева Рəхимə Вəкил ҡыҙы,Абҙгилдина Миңлегөл Фəйзулла ҡыҙы, ауыл мəҙəниəт йортоноң хаҡлы ялдағы ветерандары:Утəбаева Рəзидə Əлтəф ҡыҙы,Усманова Маһира Хөрмəт ҡыҙы ҡатнашты. Ауылыбыҙҙың талантлы,йыр -моң ижад итеүсе ағинəйҙəренең береһе Рəхимə Вəкил ҡыҙы үҙенең матур йыры менəн сараны асып ебəрҙе.Һəр кем үҙенең эшлəү дəүерендəге эштəре,уҡытыуҙары ,ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын иҫкə алдылар,хыялда ғына булһала үткəндəргə əйлəнеп ҡайттылар... Ауыл хəкимиəте башлығы Ҡəйүм Рəжəп улы ла үҙенең ҡотлау һүҙҙəрен еткерҙе. Эйе, һеҙҙең тормошоғоҙ күптəргə үрнəк булырлыҡ.Балаларығыҙҙы лайыҡлы тəрбиə,белем биреп,əле лə уларға терəк -таяныс булып матур донъя көтəһегеҙ.Хеҙмəт йылдарығыҙҙы намыҫлы эш менəн уҙғарғанһығыҙ.Артабанда яҡындарығыҙҙың ҡəҙер хөрмəтен тойоп,тыныс ҡартлыҡ кисерергə яҙһын! Ошо донъяларҙа осрашып күрешеүҙəр бер мəл генə... Хөрмəтле хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙ!Һеҙгə һаулыҡ,именлек,ғаилə бəхете,балалар ҡыуанысы телəйем! Зәкиә Ғәйетбаева.