Мотал Рәмов
Мотал Рәмов Ауылым мәҙәктәре “Бүреләр баҫҡан...” Элек көҙ етеп, картуф ҡаҙып алынһа, ауылдарҙа өй һайын тиерлек картуф һабаҡтарын һәм башҡа сүп-сарҙы үртәү башлана ине. Бәғзе көндәрҙә ауыл ҡуйы төтөн эсендә ҡала, ҡапыл ел сығып китеп, янғындар ҙа булғылай. Күпселек осраҡта быға йорт хужалары үҙҙәре ғәйепле була. Сөнки улар тоҡандырған сүп-сарын ҡарауһыҙ ҡалдыра, йә төнгә ҡаршы тоҡандыралар ҙа, үҙҙәре йоҡларға яталар... Ҡый үртәгән осор беҙҙең ише ыбыр-сыбырҙар өсөн үҙе бер байрам, күңелле мәшәҡәт булыр ине. Күмәкләшеп, сыу булышып ут менән шаярабыҙ! Бары таң алдынан ғына, арып-талып, йоҡларға ятабыҙ... Ағайым мәрхүм менән еңгәйем яңы өйләнешкән көҙ. Минең малай ғына сағым. Көҙгө тымыҡ төн. Әлеге картуф һабаҡтарын үртәп бөтөп, ҡуҙҙарын ер менән күмештереп, йоҡларға яттым. Ағайым менән еңгәйем һуңлап ҡына ҡайҙандыр ҡайтҡандар. Картуфлыҡтың тош-тош урынында ҡуҙҙар быҙлай икән. Ағайым кәләшен шаяртырға булған. –Уй, бүреләр баҫҡан бит! Ана, күрәһеңме, күҙҙәре баҙырлашып яталар. Атайымдың мылтығын апсыға һалайым, – шулай ти ҙә, үҙе өйгә йүгерә. Уны-быны уйламаған еңгәм ҡапыл ҡурҡыуға ҡала һәм, теҙ-быуындары ҡалтырап, ултыра төшә. Кәләшенең мөшкөл хәлен күргән ағайым уны күтәреп өйгә алып инә. Алғы яҡта сыулашҡандарына мин дә уянып киттем. “Бүре... бүре...” – тигәндәренә ҡабаланып кейенәм. Ҡараңғыла ике ботомдо бер балаҡҡа тығып, мин киттем иҙән буйлап һөрөнөп. –Ул ниндәй бүреләр булһын?! Нишләп ҡурҡытаһың киленде, мәтеүәс! Ҡотон осороп ҡуй шунан... – Әсәйем шарылдап ағайымды әрләй... Бер аҙ тынысланғас, күмәкләп көлөшә башланылар...