Ялға ҡайтҡан Бөрйәнйылға йәштәре клубҡа дәртләнеп йөрөйҙәр. Һәр йома, шәмбе уларҙың ша...
Ялға ҡайтҡан Бөрйәнйылға йәштәре клубҡа дәртләнеп йөрөйҙәр. Һәр йома, шәмбе уларҙың шат тауышы, дәртле көйҙәре яңғырап тора. Арслан Тләүсин һәм уның дуҫтары Дамир Фәйзуллин, Ришат Вәлиев, Байрас Вәлишин теннис уйынына өҫтөнлөк бирһә , ағайҙары Айбулат Үлйәбаев менән Юламан Билалов шашканы үҙ итәләр.Мәҙинә Вәлиева менән Яҙгөл Тләүсина заманса бейеүҙәрҙе яратып башҡаралар. Улар менән бергәләп спорт уйыны төрҙәре менән танышырға теләһәгеҙ, йома һәм шәмбе киске 20 сәғәттә , клубҡа "Дуҫлыҡ" ойошмаһына рәхим итегеҙ!