,,Таҫтамалым минең сигеүле"
,,Таҫтамалым минең сигеүле" Тап ошо исем аҫтында үткән матур сарала булып ,матур тәҫьораттар менән ҡайтты бөгөн Таһир ауылы ағинәйҙәре.Күркәм сараны үткәреүгә Һәмән ауылы ағинәйҙәре ,ойошма рәйесе Һибәтуллина Фәһимә, китапханасы Райхана Булатова күп көс һалған. Сара ағинәйҙәр йортонда үтте.Ишек алдында бөхтәлек,ҡаҙанда бешкән аш,боҫрап ҡайнаған самауыр ,мөләйем йөҙлө ағинәйҙәр ҡаршы алды беҙҙе.Йыл башынан Билал,Һәмән ауылы ағинәйҙәре менән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында саралар үткәрәбеҙ,артабанғы эшебеҙҙә ҙур ярҙам булып та тора осрашыуҙар . Таһир ауылы мәҙәниәт йортонда үткән ,,Орсоҡ байрамы"нда,яңыраҡ ойошторолған ,,Яулыҡ байрамы"нда ҡатнашһалар Һәмән ағинәйҙәре, бөгөн иһә Таһир ағинәйҙәрен үҙҙәре ,,Таҫтамалым минең сигеүле,, исемле сараға саҡырҙылар. Күргәҙмәлә оҫта ҡуллы апайҙарҙың сиккән таҫтамалдары күҙ яуын алып тора.Ҡомартҡы итеп һаҡланған таҫтамалдар бер быуатлыҡ тарих һаҡлай. Һәмән ауылының иң оло ағинәйе Фәриҙә Асҡарова таҫтамалдарҙың тарихын,сигелеш-биҙәктәре тураһында бәйән итте. Беҙҙең был матур осрашыуҙар һәр ваҡыт йыр -моң менән оҙатылып бара,шаян көләмәстәргә лә,дәртле бейеүҙәргә лә бай була. Ҡунаҡсыл һәмәндәр үҙҙәре тәрбиәләп тотҡан ,Ҡаран шишмәһенә лә сәфәр ҡылдырып ,шишмә һыуын тәмләтте.Иң мөһиме - бергәләп ял итеп, тәжрибә уртаҡлашып, берҙәм,татыу йәшәйбеҙ.Яҡты йөҙөгөҙ,тәмле сәйҙәрегеҙ,яҡшы һуҙегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, һәмәндәр! Айһылыу Әлибаева.