#Тарихта_был_көн
#Тарихта_был_көн #Баймаҡ_энциклопедияһы Бөгөн башҡорт шағиры, уҡытыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, БР-ҙың Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Түләков Рәйес Ғөссәм улы тыуған көн. Рәйес Ғөссәм улы Түләков 1959 йылдың 14 октябрендә Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған. Башланғыс белемде 1-се Этҡол урта мәктәбендә алғандан һуң, Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый, 10-сы класты 1-се Этҡол ауылында тамамлай. 1977—1979 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәренең Һауа—десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, запасҡа ҡайтарылғас, колхозда малсы булып эшләй. 1987 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, Баймаҡ районының төрлө ауыл мәктәптәрендә уҡыта. 1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Сибай яҙыусылар ойошмаһында яуаплы секретарь булып эшләй. 1994 йылдан — Сибай педагогия колледжында, 1996 йылдан Сибай институтында уҡыта. 2000 йылдан башлап «Тамаша» журналында, «Башҡортостан» гәзитендә һәм башҡа матбуғат баҫмаларында хеҙмәткәр булып эшләй. Рәйес Түләков башҡорт шиғриәтенә «Ирәндек таңдары» (1988) исемле шиғырҙар китабы менән аяҡ баҫа. Уның шиғырҙарының төп идея-тематикаһы — Башҡортостан яҙмышы, уға исем биргән милләттең бөгөнгөһө һәм киләсәге. Рәйес Түләковтың «Ҡашмау йәки „Йүгәнем бар — атым юҡ“» (1992), «Егет һүҙе» (1997), «Буранбайҙың яҙған хатын уҡып» (2002), «Мең дә бер кис» (2007) китаптарына тупланған ижадында башҡорт характерының бөтөн яҡтары: саялығы ла, сәмһеҙлеге лә, мәғәнәлелеге лә, мәғәнәһеҙлеге лә, моңлолоғо ла, моңһоҙлоғо ла үҙенсәлекле сағылыш таба. Шағир башҡорт образын яңыса, заманса тыуҙырырға ынтыла. Шиғри әҫәрҙәре халыҡ рухы, халыҡ өсөн янып-һыҙланыуҙарға ҡоролған. 2007 йылдың 31 мартында Өфөлә вафат була.