"Ихлас" социаль хеҙмәтләндереү Темәс йорто дәүләт автономлы учреждениеһы коллективы оҙа...
"Ихлас" социаль хеҙмәтләндереү Темәс йорто дәүләт автономлы учреждениеһы коллективы оҙаҡ йылдар дауамында "Һаҡмар" гәзитенең тоғро дуҫы һәм терәге булып тора, район баҫмаһын пропагандалауға һәм уны таратыуға тос өлөш индерә.Бында, әлбиттә, алдынғы ҡарашлы һәм рухлы етәксе, учреждениены үҫтереүгә күп көс һалған Жанна Зөбәйер ҡыҙы Ирмәкованың хеҙмәте бик ҙур. Был юлы ла уңған коллектив "Һаҡмар" гәзитенә дәррәү яҙылды, даланлылар төрлө бүләктәр отоп ҡыуанды.