"Ил яҙмышы --ир ҡулында".
"Ил яҙмышы --ир ҡулында". Тап ошо исем аҫтында Таһир ауылында үткән сара Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бала сағы үткән апалар, Афғанстан,Чечен һуғышында хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡаһарман ир-егеттәребеҙгә арналды.Йөрәктәребеҙгә уңалмаҫ яралар һалып,ил именлеге өсөн батырҙарса һәләк булған яугирҙәргә беҙҙән бары хәтер кәрәк. Ҡаһарман яугирҙәребеҙҙең иҫтәлегенә аят бағышланды,бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алынды .Ауылдың арҙаҡлы ир -аттары бөгөнгө көнүҙәк МХО темаһына борсоулы һөйләшеү алып барҙы.Ил азатлығы өсөн көрәшкән яугирҙәр тураһында хәтер мәңгелек ҡалыр, атай-әсәй йөрәген ярған ҡара ҡайғы ла мәңгелек булып йөрәкте өтөр.Ауылдың өлкән кешеһе Салауат Нурғәлин Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда йүргәктә ятҡан сабый була,һуғыш, унан һуңғы йылдарҙың ауырлығын, икмәк тәмен хәтерендә ҡалдырған уҙаман.Махсус ҡунаҡ - Афған яуы ветераны Рәил Яҫыбаев ошо һуғышта булған хәтирәләре менән бүлеште.Чечен һуғышында булған улы Рөстәм Хәбибуллин тураһында әсәһе Айһылыу Рыҫҡужа ҡыҙы күҙ йәштәре аша үҙенең кисерештәрен һөйләне. Сара МХО-ла һәләк булған ҡаһарман ир-егеттәребеҙ иҫтәлегенә арналған шахмат турниры менән дауам итте.Шулай уҡ төрлө ауырлыҡтағы гер күтәреү, башҡа төрлө спорт уйындары ойошторолдо .Сараға килгән халыҡ беренсе тапҡыр уҙғарылған йәйәнән уҡ ярышында ла бик әүҙем ҡатнашты,оҫталыҡтарын һынап ҡараны.Ауыл китапханасыһы Йондоҙ Тәфтизан ҡыҙы ярыштың бар нескәлектәренә төшөндөрҙө.Сарала ҡатнашыусыларға Байегет Биктимеров ,,Башҡортостан егеттәре ", Рима Яҫыбаева "Атайыма хат" йырҙарын бүләк итте. Кисә сәй табыны артында тамамланды.Сараны үткәреүгә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән "Лукьянов" шәхси предприятиеһына, ауыл старостаһы Ильяс Риф улына,ауылыбыҙ ҡыҙы Гөлйемеш Барый ҡыҙына, Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙына, Әлиә Шәрифулла ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Биргән саҙаҡаларығыҙ меңләтә артып ҡайтһын, именлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ!Ауыл мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙың уртаһында ҡайнаған,ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған апайҙарға, Нәзифә Сәйәхова, Рәмилә Әлибаева,Рәхилә Вәлиуллина, Миңнур Бүләкова,Рәйлә Биктимерова,Рима Яҫыбаева,Лилиә Рауиловаға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм,аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын,имен -аман тороғоҙ! Айһылыу Әлибаева, Таһир ауылының мәҙәни ойоштороусыһы.