Баймаҡ районының төп көсө — уның халҡы. Ныҡлы, берҙәм, әүҙем кешеләр булғанда ғына райо...
Баймаҡ районының төп көсө — уның халҡы. Ныҡлы, берҙәм, әүҙем кешеләр булғанда ғына район үҫә, яңы эштәр башлана, изге башланғыстар тормошҡа аша. Район конкурстарында, ирекмәндәр акцияларында йәки тыуған ерен төҙөкләндереүҙә булһынмы — ишейҙәр һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтә. Ишей ауылының махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугир яҡташтары иҫтәлегенә бағышлап, дөйөм хәтер һәм сикһеҙ ихтирам билдәһе итеп стела ҡуйҙы. Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы ойошторған «Сәләмәт ауыл — 2025» конкурсында ҡатнашып, Гран-при яулаған аҡсалата бүләкте Ишей ауылы халҡы берҙәм рәүештә ошо проектты тормошҡа ашырыуға тотонорға ҡарар итте. Шундай ябай, эшһөйәр, берҙәм яҡташтар булғанда, ер йөҙөндә изгелек һәм берҙәмлек мәңге йәшәйәсәк. Батырҙарыбыҙға мәңгелек хәтер!