Ишбирҙе ауылының "Дарман" ансамбле Сәйғәфәр мәҙәниәт йортонда үткән ҙур байрамда — «Ха...
Ишбирҙе ауылының "Дарман" ансамбле Сәйғәфәр мәҙәниәт йортонда үткән ҙур байрамда — «Хазина» фольклор ансамбленең 15 йыллыҡ матур юбилейында ҡунаҡта булды. Был кисәлә сәхнәнән халыҡ моңдары, дәртле бейеүҙәр уралып торҙо, ә залдағы тамашасыларҙың алҡыштары тынманы. Йылы һәм үҙенсәлекле атмосфера һәр кемдең күңелен үткәрҙе. "Дарман"дарҙа байрамға буш ҡул менән килмәне. Ижадташ дуҫтарҙы сәләмләп, ҡотлап дәртле бейеүҙәрен бүләк иттеләр. «Хазина» фольклор ансамбленә артабан да яңы бейеклектәр, ҡанатлы ижади уңыштар һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ! Халыҡ хазинаһын һаҡлап, ошондай матур сығыштарығыҙ менән һөйөндөрөп йәшәгеҙ!