Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының яҙыусыла...
Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева 60 йəшлек күркəм юбилейын билдәләй.Уны ғүмер байрамы менəн ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар телəйбеҙ. Киләсәк йылдарығыҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағы шатлыҡ-һөйөнөстәрғә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк- таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшəргə яҙһын! Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы ҠАҘАҠБАЕВА 1966 йылдың 24 октябрендә районыбыҙҙың гүзәл төбәктәренең береһе һаналған Бөрйәнйылға ауылында тыуған. Аҡыллы, ғилемле ҡыҙ Баймаҡ интернат-мәктәбендә белем ала. Артабан ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлап, унан Шишмә һәм Йылайыр райондарында уҡытыусы, Йылайыр районының «Ауыл уттары» гәзитендә хаттар бүлеге мөдире, мөхәррир вазифаһына тиклем күтәрелә. Йөрәк йылыһын биш балаһына тигеҙ бүлеп, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған автор республикала ижадсы булараҡ киң танылыу яуланы - хикәйәләре һәм повестары 1996 йылдан алып матбуғатта даими донъя күрә. Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева әлеге ваҡытта Йылайыр районы Яманһаҙ ауылында йәшәй, хаҡлы ялда. Яҙыусының “Сиселмәгән сер”, “Хыялға илтер һуҡмаҡ”, “Мәрхәмәтле булһын яҙмыш”, “Икебеҙ өсөн дә яраттым”, “Геройҙар ваҡыты”, "Бәхет өсөн ергә килгәнмен" исемле китаптары донъя күрҙе.